Ибраһим абдуллиндың тормош юлы һӘм ижады буйынса тест



Скачать 39.04 Kb.
Дата02.06.2018
Размер39.04 Kb.

ИБРАҺИМ АБДУЛЛИНДЫҢ ТОРМОШ ЮЛЫ ҺӘМ ИЖАДЫ БУЙЫНСА ТЕСТ

  1. Ибраһим Әхмәт улы Абдуллин ҡасан һәм ҡайҙа тыуған?

А. 1923 йылдың 15 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Иҫке Муса ауылында;

Б. 1920 йылдың 20 сентябрендә хәҙерге Шаран районының Ерекле ауылында; +

В. 1921 йылдың 7 ноябрендә Баҡалы районының Аҡман ауылында.


  1. 1938 йылда ниндәй тәүге пьесаһын яҙа?

А. “Ал яулыҡ”;+

Б. “Алһыу”;

В. “Тәрән һулыш”.


  1. “Ал яулыҡ” әҫәрендә ниндәй осор кәүҙәләнә?

А.Коммунизм;

Б. Граждандар һуғышы; +

В.Бөйөк Ватан һуғышы.


  1. “Ал яулыҡ” пьесаһы тәү тапҡыр ҡайҙа ҡуйыла?

А. Өфө ҡалаһында;

Б. Шаран районында;

В. Ҡыйғы районы театрында. +


  1. Нисәнсе йылда яҙыусы “Алыҫ ил сигендә” исемле пьесаһын яҙа?

А. 1939 йылда;

Б. 1940 йылда; +

В. 1942 йылда.


  1. “Алыҫ ил сигендә” пьесаһында нима һүрәтләнә?

А. Пограничниктар тормошо; +

Б. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт;

В. Тыуған илде һаҡлау темаһы;


  1. 1940 йылда “Тауҙар һәм ҡолдар илендә” тигән пьесаһын ҡайҙа яҙа?

А. Афганистанда;

Б. Иранда; +

В. Өфөлә.


  1. Тәүге хикәйәләр йыйынтығы нисек атала?

А. “Ал яулыҡ”;

Б. “Онотолған ант”;

В. “Ул Уралдан ине”. +


  1. Ниндәй пьесаһында яҙыусы нефтселәр тормошон һүрәтләй?

А. “Алыҫ ил сигендә”;

Б. “Тәрән һулыш”; +

В.”Бер мөхәббәт яҙмышы”.


  1. Василий Стойкин, Сөннәтов, Сахаров, Наилә, Ҡотлоғужа, Нурғужин – был геройҙар ниндәй әҫәрҙән?

А. “Тәрән һулыш” пьесаһынан; +

Б. “Тауҙар һәм ҡолдар илендә” пьесаһынан;

В. “Ул Уралдан ине” хикәйәһенән.


  1. “Беҙ айырылышмабыҙ”драмаһының төп темаһы?

А. Мөхәббәт һәм дуҫлыҡ тоғролоғо;

Б. Саф намыҫ, оло һынау һәм ҡыйынлыҡтырҙы намыҫ менән үтәү;

В. Бөтә яуап дөрөҫ. +


  1. “Беҙ айырылышмабыҙ” драмаһының төп пафосы –

А.кеше өсөн, уның саф намыҫы, ысын кешелеклеге өсөн көрәш; +

Б.беренсе мөхәббәтең өсөн көрәш;

В. тыуған илде һаҡлау, хөрмәт итеү.


  1. И. Абдуллин лирик алымлы әҫәрҙәр араһында үҙенең романтик конфликтлы һәм геройҙарҙың юғары рухлы характерҙары менән ниндәй лирик драмаһын яҙа?

А. “Йыр булып ҡайтырмын”;

Б. “Бер мөхәббәт яҙмышы”;

В. “Урман ҡыҙы”. +


  1. “Урман ҡыҙы” әҫәрендәге хәл-хәрәкәт ҡайҙа бара?

А. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Һаҙиҙың өйөндә;

Б. Балыҡсылар ауылында;

В. Ҡара урман эсендәге урмансы Дәүләтйән Дәүләтгәрәев йортонда. +


  1. “Бер мөхәббәт яҙмышы” әҫәренең икенсе исеме нисек атала?

А. “Гәүһәрҙең мөхәббәте”; +

Б. “Девон фонтандары”;

В. “Беҙ айырылшмабыҙ”.


  1. Яҙыусы ниндәй әҫәрендә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда дошман тылында көрәшкән совет патриоттары образдарын кәүҙәләндерҙе?

А. “Тауҙар һәм ҡолдар илендә” очеркында;

Б. “Тәрән һулыш” пьесаһында;

В. “Йыр булып ҡайтырмын” драмаһында. +


  1. Һәйбәт разведчик, ике улы бар, ә уның ире – хәрби летчик, һуғыштың тәүге көндәрендә үк дошман самолетын талағанда һәләк булған. Был һүҙҙәр кем тураһында?

А. Олеся;

Б. Рая Буяненко; +

В. Гөлнәзирә.


  1. Ибраһим Абдуллиндың ниндәй комедиялары бар?

А. “Бажалар”, “Тиле йәшлек”, “Их, Өфө ҡыҙҙары!”, “Яратам, яратам...”; +

Б. “Ҡыҙ урлау”, “Ҡайҙа һин, Гөлниса?”, “Бажалар”;

В. Бөтә яуап дөрөҫ.


  1. Бәкер, Шәкүр, Әбләй ниндәй комедияның геройҙары?

А. “Тиле йәшлек”;

Б. “Бажалар”; +

В. “Ҡыҙ урлау”.


  1. “Тиле йәшлек” лирик комедияһындағы ниндәй төп геройҙарҙың береһенең ҡушаматы “Бытбылдыҡ”?

А. Шәрифйәндең; +

Б. Зөлкәрнәйҙең;

В. Хәнифтең.


  1. Яҙыусының ниндәй комедиялары водевиль жанрына яҡын торалар?

А.”Бажалар”, “Тиле йәшлек”;

Б. “Тиле йәшлек”, “Яратам, яратам...”;

В. “Их, Өфө ҡыҙҙары!”, “Яратам, яратам...”.+


  1. Яҙыусының ниндәй драмаһында разведчик Хәсән менән Расихтың – һуғыштан һуңғы осорҙа төҙөүселәрҙең – үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә килеп тыуған ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы күрһәтә?

А. “Онотолған ант”; +

Б. “Төштәр оҙон булмай”;

В. “Карпта таң ата”.


  1. И. Абдуллиндың ниндәй романдары бар?

А. “Хуш,Рим”, “Тол ҡатындар иламай”;

Б. “Ҡош юлынан барам”, “Ҡояш байымай ҙа байымай”;

В. бөтә яуап дөрөҫ. +!


  1. “Хуш, Рим!” романындағы төп герой кем?

А. Әлфиә Камалова;

Б. Леонид Колесников; +

В. Путилов.


  1. И Абдуллинға ниндәй әҫәре өсөн 1995 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә?

А. “Ҡояш байымай ҙа байымай”; +

Б. “ Бажалар”;



В. “Ҡош юлынан барам”.

Поделитесь с Вашими друзьями:


База данных защищена авторским правом ©psihdocs.ru 2017
обратиться к администрации

    Главная страница